ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Август 2021, 14:45

Һүҙем - кешеләр тураһында

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Хәйбулла районында.

Һүҙем - кешеләр тураһындаҺүҙем - кешеләр тураһында
Һүҙем - кешеләр тураһында

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Хәйбулла районында. Әле ул социаль селтәрҙәрҙә ошоға бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.

 

“Был пост техника, янғындар, урмандар түгел, ә кешеләр тураһында. Улар төрлө – урындағылар һәм бар Башҡортостан райондарынан килгәндәр. Йәштәр һәм ҡарттар, ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, чиновниктар һәм эшселәр. Уларҙың бөтәһе лә республиканың көньяғындағы урман һәм яландарға килгән янғындар менән көрәшер өсөн берләшкән. Күпселек урман янғындары локалләштерелгән, тик ут тәбиғи сәбәптәр, шулай уҡ ут менән хәүефһеҙ эш итеү, ә ҡайҙалыр, хатта махсус ут төртөүҙәр сәбәпле яңынан килеп сығып тора. Һәм инде икенсе аҙна тәбиғәт стихияһы менән көрәшкән был ҡаһарман кешеләргә рәхмәт әйтәм һәм ихтирамымды белдерәм. Хәйбулла районында республика штабы үткәрҙем. Бында урман янғындары теркәлгән башҡа райондарҙы ла, ресурстар һәм техниканы йәлеп итәсәкбеҙ. Һәм кешеләрҙе. Алдан һөйләшкәнсә – беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”, – тип яҙҙы ул.

 

 

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрендәге сәхифәһенән. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас