ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Августа 2021, 12:29

Был тиклем көслө бәрелештән кем тере ҡалһын...

*

Был тиклем көслө бәрелештән кем тере ҡалһын...Был тиклем көслө бәрелештән кем тере ҡалһын...
Был тиклем көслө бәрелештән кем тере ҡалһын...

Туймазы районы аша үткән Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлының 1336 саҡрымында булған аварияла "Hyundai Greta" һәм “КамАЗ" автомобилдәре бәрелешә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Hyundai Greta" автомобиле водителе һәм 1,5 йәшлек бала ваҡиға урынында һәләк булды, тип хәбәр итә республиканың ЮХХДИ идаралығыныың матбуғат хеҙмәтенән.

 

Ваҡиға урынында полиция һәм башҡа ҡотҡарыу хеҙмәттәре эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.  

 

7 августа ла республика юлдары тыныс булманы: 14 юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы теркәлде, уларҙа өс кешенең ғүмере өҙөлдө, 12 кеше йәрәхәттәр алды.

 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аварияларҙың сәбәпсеһе – кеше үҙе. Артабан да юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, тиҙлек режимын күҙәтмәһәк, даими боҙһаҡ, эскән килеш рулгә ултырһаҡ, бер ваҡытта ла был фажиғәләргә һуңғы нөктә ҡуйылмаясаҡ. Һәр бер кеше был хаҡта уйланһын ине...

 

 

 

Фото: ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән. 

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-08-08/byl-tiklem-k-sl-b-relesht-n-kem-tere-al-yn-2454600

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас