ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Август 2021, 12:25

Бала ағыулы бәшмәк ашаған

“Мин уны бер ҡасан да онота алмаҫымды беләм. Ғүмерем буйы һәм үлгәнсе йөрәгемдә буласаҡ. Улыҡайым, тыныс йоҡла..."

Бала ағыулы бәшмәк ашағанБала ағыулы бәшмәк ашаған
Бала ағыулы бәшмәк ашаған

Был бәхетһеҙ осраҡ быйыл июль айында Мәләүез районында була. Ете йәшлек малай үҙҙәренең ихатаһында үҫкән бәшмәкте таба һәм уларҙың икәүһен ашай. Күп тә үтмәй ул үҙен насар тоя башлай, быны һиҙеп ҡалған ата-әсәһе “ашығыс ярҙам” саҡырта.

Малайҙы тәүҙә район дауаханаһына алып барып ашҡаҙанын йыуҙыралар, аҙаҡ Өфөгә күсерәләр. Хәле яҡшырмағас, Мәскәү ҡалаһына алып китәләр. Әммә ағыуланыу бик көслө була, малай – вафат була.

Әлеге ваҡытта тәфтишселәр был хәл буйынса тикшереү башлаған. “Яңылышлыҡ буйынса үлем” статьяһы буйынса эш ҡуҙғатылған.

Ә балаларын юғалтҡан ата-әсә был фажиғәгә әле һаман ышана алмай. Билдәле булыуынса, малай күп балалы ғаиләлә үҫкән. “Комсомольская правда” баҫмаһы малайҙың әсәһе яҙған һүҙҙәрҙе килтерә.

“Мин уны бер ҡасан да онота алмаҫымды беләм. Ғүмерем буйы һәм үлгәнсе йөрәгемдә буласаҡ. Улыҡайым, тыныс йоҡла. Мин һине яраттым, яратам һәм һәр ваҡыт яратасаҡмын”, – тип яҙған ул социаль селтәрҙәрҙә.

Бәшмәк бәләкәй балалар ғына түгел, өлкәндәр өсөн дә хәүефле. Белмәйенсә ашап күпме кешеләр һәләк була. Шуға күрә танымаған бәшмәк йыймағыҙ һәм балаларығыҙға ла ныҡлы өйрәтеп ҡуйығыҙ: бәшмәккә теймәһендәр!

 

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-08-10/bala-a-yuly-b-shm-k-asha-an-2460566
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас