ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
9 Августа 2021, 10:12

Районда янғындарҙы һүндереүҙә ирекмәндәр эшен ойоштороу

Тәбиғәт янғындарын һүндереү буйынса районда штаб булдырылған, ул барлыҡ кеше һәм техника көстәре эшмәкәрлеген ойоштороу эшен алып бара. Штаб һәм муниципаль район хакимиәте  Башҡортостан урман хужалығы министрлығы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан Дәүләт комитеты менән берлектә янғындарҙы туҡтатыу буйынса эш алып бара.

Районда янғындарҙы һүндереүҙә ирекмәндәр эшен ойоштороуРайонда янғындарҙы һүндереүҙә ирекмәндәр эшен ойоштороу
Районда янғындарҙы һүндереүҙә ирекмәндәр эшен ойоштороу

Янғынға ҡаршы эште ойоштороуҙа бөтә кәрәкле нимәләр бар, шул иҫәптән, туҡланыу, яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек кимәлдә. Штаб һәм муниципаль район хакимиәте тарафынан  янғын һүндереүселәр һәм  волонтерҙарҙың туҡланыуына һәм башҡа ихтияждарға аҡса йыйыу эше алып барылмай. Янғын сыҡҡан урындарға ут һүндереүселәр өсөн аҙыҡ-түлек алып барыуға булышлыҡ итәбеҙ.

Хәйбулла районы берҙәм ирекмәндәр үҙәге теләүселәрҙе урман янғындарын һүндереүгә ярҙамға саҡыра. Ирекмән булырға теләүселәргә  үҙәк координарҙарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Волонтерҙар үҙәге координаторҙары:

8(34758)2-17-35
8(34758)2-15-00
8-999-130-27-07 (Мәмбетов Илнур Шәфҡәт улы).

 


Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас