

Кисә иртәнсәк Башҡортостандың ҡулланыусылар союзы идаралығы рәйесе Фидан Исмәғилов вафат булған. Уға бары 40 йәш кенә...
Мәғлүм булыуынса, Фидан Филарид улы 28 июлдә Нуғай ауылында аварияға осраған: Янтарная урамында Сибай ҡалаһынан 53 йәшлек ир идара иткән “Хендай” автомобиле менән Фидан Исмәғилев китеп барған “Хонда” мотоциклы бәрелешә. Мотоцикл хужаһын ауыр йәрәхәт менән дауаханаға оҙаталар, ул унда комаға китә. Табиптар нисек кенә ҡотҡарырға тырышмаһын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир һәләк була.
Фидан Филарид улы 1981 йылдың 5 авгусында Бүздәк районының Бүздәк ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын тамамлаған. Университетта уҡығанда уҡ юрисконсульт булып эшләй башлай. “УМПО”, “Мир Девелопмент”, “Открытый Мир” кеүек төрлө компанияларҙың юридик бүлексәләре етәксеһе була. 2011-2014 йылдарҙа “Управдом” йәмғиәтенең директоры, “Ҡала коммуналь селтәрҙәре” йәмғиәтенең генераль директоры вазифаларын биләй. Шулай уҡ төрлө ҙур компанияларҙа директорҙар Советы ағзаһы ла була. 2020 йылдың февралендә Башҡортостандың ҡулланыусылар йәмғиәте идаралығы рәйесе итеп тәғәйенләнә, ә 23 июлдән Башҡортостандың ҡулланыусылар йәмғиәте идаралығы Советы рәйесе итеп һайлайҙар.
Фидан Филарид улының ҡатыны һәм өс балаһы ҡалды.
Фото: “Башинформ”