

Әбеш ауыл биләмәһендә янғын туҡтамай. Бәләкәй Әбештә (Төрткән) кеше йәшәмәгән ике йорт янды, хәҙер унда ут туҡтаны. Шул уҡ ваҡытта Ырымбур өлкәһе яғынан янғын дауам итә. Шуға күрә уның таралыу хәүефе ҙур.
Ейәнсура районы менән сиктә янғын тарала. Булған техника шунда йүнәлтелә. Иртәнән алып унда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аэромобиль төркөмө эшләй. Шулай уҡ БР урман хужалығы министрлығы, урман янғыны үҙәгенән кешеләр һәм яҡынса 40 бермек техника янғын һүндерә.
Ике йөҙгә яҡын ирекмәндәр, 67 профессиональ янғын һүндереүселәр хәүеф урынында. Ошоларҙың барыһы ла хәл-ваҡиғаны контролдә тоторға булышлыҡ итә.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов әйтеүенсә, ул Башҡортостан Хөкүмәте һәм Башҡортостан Башлығы менән тәүлек әйләнәһенә бәйләнеш тота. Һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Хәҙер барлыҡ техника һәм көс район территорияһында янғынды һүндереүгә йүнәлтелгән.
Бөгөнгө көндә ярҙамға килергә әҙер булған ирекмәндәр тик ошо зонала талап ителә.