ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Август 2021, 16:49

“Аҡсарлаҡ” балалар лагеры ҙур хәүеф аҫтында булды

Лагерҙан балалар эвакуацияланды. Тәүге көндән алып бөгөнгәсә район сәнәғәт предприятиеларының ауыр техникаһы шунда йәлеп ителде.

“Аҡсарлаҡ”  балалар лагеры ҙур хәүеф аҫтында булды“Аҡсарлаҡ”  балалар лагеры ҙур хәүеф аҫтында булды
“Аҡсарлаҡ” балалар лагеры ҙур хәүеф аҫтында булды

Ивановка ауыл биләмәһендә өсөнсө көн утҡа ҡаршы көрәш бара. Лагерҙан балалар эвакуацияланды. Тәүге көндән алып бөгөнгәсә район сәнәғәт предприятиеларының ауыр техникаһы шунда йәлеп ителде.

Районға ошондай ҡаза килгәндә эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмай.200-ләп кеше янғын һүндереүҙә ҡатнашты, шул иҫәптән, ауыл халҡы, ирекмәндәр, 10 берәмек техника.  Ут лагерға килеп етә яҙҙы, әммә оло тырышлыҡ менән һуңғы сиктә туҡтатылды. Хәҙер балаларҙың яратып ял иткән урыны ҡотҡарылды.

Әммә тынысланырға иртә. Янғын Аҡташ яҡында көсәйә. Унда уттың таралыуына юл ҡуймау өсөн барлыҡ саралар күрелә. Ивановка ауыл Советында янғын туҡтатылды. Әммә һаҡлыҡ саралары күрелә.  Күрше райондарҙан техника, янғын һүндереү машиналары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Дәүләт комитеты эште дауам итә.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас