ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Август 2021, 10:52

Ҡурҡыныс кадрҙар: урман яна

Әлеге ваҡытта утты һүндереүгә барлыҡ саралар күрелә, күрше райондарҙан да ярҙам итәләр.

Ҡурҡыныс кадрҙар: урман янаҠурҡыныс кадрҙар: урман яна
Ҡурҡыныс кадрҙар: урман яна

Ивановка ауыл Советындағы  янғынды һүндереүгә район үҙәгенән кешеләр ҡушылды, уларҙың барыһы ла  янғынға ҡаршы ранцтар менән тәьмин ителгән, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса  Дәүләт комитетының янғынға ҡаршы хеҙмәтенән гусеницалы һәм башҡа техника йүнәлтелгән.  

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә райондағы ғәҙәттән тыш хәл буйынса мәғлүмәт еткерә.

“Әбеш зонаһында Аҡъярҙан  янғын һүндереү машинаһы дежурлыҡ итә. Ирекле янғын һүндереү командаһы эшләй. Йылайыр районынан БР урман хужалығы министрлығының урман янғыны үҙәге һәм  Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР Дәүләт комитетының янғын һүндереү техникалары йәлеп ителде.  

Ейәнсура районы менән сиктә янғынды һүндереүгә урман янғыны үҙәгенән гусеницалы һәм  янғын һүндереү техникаһы сыҡты, Ейәнсура яғынан да  гусеницалы трактор йәлеп ителде. Бынан тыш, ирекле янғын һүндереү командаһы һәм башҡа кешеләр янғын урынында эшләй.

Бөгөн кискә был хәүефле хәл-торош контролгә алыныр, янғындарҙы һүндерә алырбыҙ тип ниәтләйбеҙ. Беҙ Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР Дәүләт комитеты менән даими бәйләнештәбеҙ, улар янғынды һүндереүгә булышлыҡ итә”,--тип яҙа Рөстәм Динислам улы.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас