ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Август 2021, 09:19

Төрткәнде ут ялманы

Әбеш ауыл Советына ҡараған бөткән ауыл урынында сыҡҡан янғынға ҡаршы ауыл кешеләре һәм ирекле янғын һүндереү командаһы сыҡты.

Төрткәнде ут ялманыТөрткәнде ут ялманы
Төрткәнде ут ялманы

Был турала  муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә хәбәр итә:

“Эҫе һәм ҡоролоҡло һауа торошона бәйле, район территорияһында яңы ут сығанаҡтары теркәлә. Кисәге көн өс урында янғын сыҡты.  Ивановка ауыл биләмәһендә ут туҡтатылды. Бөгөнгө көндә кеше йәшәмәгән Төрткәндә (Әбеш ауыл биләмәһе) ут йорттарға күсеп, 4 ҡоролманы юҡҡа сығарҙы. Ауыл кешеләре һәм  ирекле янғын һүндереү командаһы көсө менән  урындағы “ҡыҙыл әтәс” туҡтатылды, әммә  тау һәм урманда янғын таралыу хәүефе һаҡлана.

Утты һүндереү өсөн урман янғындарын һүндереү үҙәгенән  (Йылайыр) өҫтәмә рәүештә ауыр техника сыҡты.

Урманда янғын дауам итә. Һәр берегеҙҙең һаҡлыҡ күрһәтеүен һорайбыҙ!  Сөнки самаһыҙ ңҫелектән кипкән ағас һәм үләндәргә бер осҡон төшөүе етә, ут һә тигәнсе ялмап аласаҡ. Янғынды иҫкәтеүгә һәм һүндереүгә үҙ өлөшөн индереүселәргә рәхмәт белдерәм”,--тип яҙа ул.

 

Фото и видео из страницы главы администрации Хайбуллинского района Рустама Шарипова

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас