

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә райондағы урман янғындарына бәйле оператив мәғлүмәттәр еткерә.
“Мин балалар лагерынан 69 баланы һәм 10 педагогтар составын эвакуациялау тураһында ҡарар ҡабул иттем. Беҙ уларҙы автобустарҙа лагерҙан сығарып, Аҡъярға оҙаттыҡ.
Балалар лагерын уттан һаҡлау маҡсатында бульдозерҙар һаҡлағыс минералләштерелгән һыҙаттар һала. Тағы ла янғынға ҡаршы һыулы ҡаршылыҡтар эшләнә”,--тип яҙа Рөстәм Динислам улы.