ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Августа 2021, 04:55

Ике йортто йәшен атҡан

Кисә Хәйбулла районында аяныслы хәл теркәлгән:  яңы төҙөлгән дүрт йорттоң икәүһе янып юҡҡа сыҡҡан...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ике йортто йәшен атҡанИке йортто йәшен атҡан
Ике йортто йәшен атҡан

Кисә Хәйбулла районында аяныслы хәл теркәлгән. Бәләкәй Әбеш ауылы янғындан янып юҡҡа сыға яҙған. Асыҡланыуынса, ҡасандыр юҡҡа сыҡҡан был ауылға яңы һулыш биреп ошо ауыл вариҫтары өр-яңы йорттар төҙөгән, ауылды тергеҙә башлағандар. Бөтәһе дүрт яңы йорт төҙөлгән. Кисә ҡапыл сыҡҡан йәшен уттары ауылдың ике йортона тоҡанып, көслө янғын барлыҡҡа килтергән.

Әйткәндәй, Оло Әбеш ауыл биләмәһендә урман янғындары дауам итә. Көндәрҙең ҡоро һәм эҫе тороуы янғын сығыу хәүефен бермә-бер арттыра. Ут менән һаҡ эш итегеҙ!

 

 

 

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Автор:"Башҡортостан" гәзите