

Кисә 4 августта республика юлдарында 17 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа 20 кеше йәрәхәт алған.
Әбйәлил районында Асҡар-Дәүләт-Аэропорт юлының 9-сы саҡрымында 29 йәшлек ир идара иткән "ГАЗель" менән 46 йәшлек ир идара иткән "Toyota Corolla" еңел автомобиле бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә "Toyota" пассажирына – водителдең 44 йәшлек ҡатынына медицина ярҙамы күрһәтелгән. Мәғлүм булыуынса, "ГАЗель" водителе эскән килеш руль артына ултырған. Алкоголгә тикшереү һөҙөмтәһе 0,426 мг/л тәшкил иткән. Ваҡиға буйынса тикшереү эштәре дауам итә.
Фото:ЮХХДИ