ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Августа 2021, 08:17

Бейеменә көсө еткән...

Хәҙерге ваҡытта суд медицина экспертизаһы үткәрелә

Бейеменә көсө еткән...Бейеменә көсө еткән...
Бейеменә көсө еткән...

Ҡалтасы районында 25 йәшлек килен бейеменә ҡул күтәргән. Туҡмалған әсә медицина ярҙамына мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, күңелһеҙ ваҡиға Күсәш ауылында теркәлгән.

Ҡатындар араһында низағтың сәбәбе билдәһеҙ, икәү үҙ-ара бәхәсләшкәндән һуң, бер-береһен еңә алмағас, һуғыша башлағандар. 68 йәшлек бейемгә мулыраҡ эләккән, күрәһең, йәрәхәттәр алған. Хәҙерге ваҡытта суд медицина экспертизаһы үткәрелә, полиция хеҙмәткәрҙәре ике ҡатындың һуғышыу сәбәптәрен асыҡлай.

 

 

 

Фото:BashNews

автор:Дина Арсланова

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-08-05/yn-en-k-s-etk-n-2450463

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас