

Хәйбулла районында балалар лагерынан 69 тәрбиәләнеүсе һәм 10 өлкән кеше эвакуацияланған – эргәлә 2 гектар майҙанда үлән яныуы һөҙөмтәһендә көслө төтөн солғап алған.
Аҡташ ауылы янында урынлашҡан "Аҡсарлаҡ" лагерында заездар араһында спортсы-балалар өсөн күп көнлөк походтар ойошторолған булған.
Янғын һүндереүҙә 87 кеше һәм 7 берәмек техника, шул иҫәптән 4 трактор ҡатнаша. Тракторҙар ут таралмаһын өсөн янғын сыҡҡан ерҙе уратып һөрәләр.
Башҡортостан буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, ваҡиға урынына өҫтәмә көстәр йүнәлтелгән – техника, аэромобилт төркөм, 60-тан ашыу хеҙмәткәр йүнәлтелгән.