

Кисә 3 августа республика юлдарында 19 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған һәм 23 кеше йәрәхәтләнгән.
Иртә менән Миәкә районында ауыл-ара юлында Богданово ауылынан 2-се саҡрым алыҫлыҡта “Лада Гранта” автомобиленең руле артында булған 61 йәшлек ир ағасҡа бәрелә. Һөҙөмтәлә машинала ут сыға. Авария арҡаһында водитель ваҡиға урынында һәләк булған. Фажиғә буйынса тикшереү эштәре бара.
Фото:ЮХХДИ