ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Августа 2021, 06:57

Аҡъярҙа эскән водитель йәйәүлене бәрҙергән

Алкотестер водителдең ҡанында 0,439мг/л алкоголь булыуын күрһәткән.  Ул унынсы модель ВАЗ машинаһында юл аша сығып барған 27 йәшлек йәйәүлегә төкөй. Йәйәүле тейеш булмаған урындан юл аша сығып барған була, кейемендә яҡтылыҡ ҡайтартыусы элементтар ҙа булмай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аҡъярҙа эскән водитель йәйәүлене бәрҙергәнАҡъярҙа эскән водитель йәйәүлене бәрҙергән
Аҡъярҙа эскән водитель йәйәүлене бәрҙергән

Аҡъяр ауылында 3 августа төндә  С.Юлаев проспектында  28 йәшлек водитель унынсы модель ВАЗ машинаһында юл аша сығып барған 27 йәшлек йәйәүлегә төкөй. Йәйәүле тейеш булмаған урындан юл аша сығып барған була, кейемендә яҡтылыҡ ҡайтартыусы элементтар ҙа булмай.

Аварияла ҡаза күреүсе тән йәрәхәттәре менән  урындағы дауаханаға килтерелгән.

Водителдең дә эскән килеш руль артына ултырыуы асыҡланған. Уның быға тиклем дә иҫерек килеш  тотолоп, административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуы билдәләнгән.

Ошо факт буйынса тикшереү алып барыла.

 

Фото: Скриншот с видео ГИБДД по РБ

Автор:Марьям Имангулова