ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Июль 2021, 18:52

Йылайыр кешеһен алдап, кредит алдырғандар

Мутсылар  граждандарҙың аҡсаһын “ҡотҡарып”, уңышлы кәсеп асҡандар

Йылайыр кешеһен алдап, кредит алдырғандарЙылайыр кешеһен алдап, кредит алдырғандар
Йылайыр кешеһен алдап, кредит алдырғандар

Йылайыр районында 41 йәшлек иргә  билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен банк хеҙмәткәре тип таныта.

Ул мутсыларҙың ир исеменән кредит алырға маташыуҙарын хәбәр итә. Һөҙөмтәлә шылтыратыусы хоҡуҡһыҙ финанс ғәмәлде туҡтатыу өсөн яңы кредит алып, әлегеһен ҡапларға ҡуша. Зыян күреүсе әйтелгәндәрҙең барыһын да эшләй, телефонға килгән код һандарын да әйтә. Артабан абонент менән бәйләнеш өҙөлә.  Йылайыр ауылы кешеһе 250 меңгә яҡын аҡсаны енәйәтсе ҡулына тоттора.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ошо факт буйынса енәйәт эше асылған,  мутсыны эҙләү эше алып барыла.

Фото: ИА «Башинформ»

Башинформ

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас