ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Июль 2021, 04:59

“Турбаслы бройлерҙары” компанияһы продукцияларында хәүефле бактериялар табылған

Предприятие  яуаплылыҡҡа тарттырылған һәм 380 мең һум штраф түләйәсәк

“Турбаслы бройлерҙары” компанияһы продукцияларында хәүефле бактериялар табылған“Турбаслы бройлерҙары” компанияһы продукцияларында хәүефле бактериялар табылған
“Турбаслы бройлерҙары” компанияһы продукцияларында хәүефле бактериялар табылған

Башинформ мәғлүмәт үҙәгендә хәбәр ителеүенсә, Башҡортостандағы Россельхознадзор тарафынан март айында ит продукциялары тикшереүгә алына.  454 килограмм дөйөм күләмендәге туңдырылған тауыҡ фаршының бер нисә партияһы хәүефһеҙлек буйынса  Евразия иҡтисады союзы регламенттарына ярашлы тикшереү үтә.

“Үҙәк ғилми-методик ветеринар лабораторияһы” үткәргән һынауҙар протоколына ярашлы, продукцияларҙа Listeria monocytogenes бактерияһы таяҡсалары табыла. Был бактерия листериоз кеүек инфекция сирҙәрен булдыра.

Республика буйынса  Россельхознадзор идаралығы тарафынан “Турбаслы бройлерҙары” йәмғиәтенә ҡарата административ тикшереү уҙғарылып, предприятие административ яуаплылыҡҡа һәм 280 мең һум күләмендә штрафҡа тарттырылған. Идаралыҡ тарафынан  лаборатор контроль саралары күрелә,  предприятие продукцияларын һатыуға сығарыу ваҡытлыса  сикләнгән.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас