ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Июль 2021, 06:34

Районда диңгеҙселәргә һәйкәл асылды

Хәйбуллала 500-ҙән ашыу кеше хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән

Районда диңгеҙселәргә  һәйкәл асылдыРайонда диңгеҙселәргә  һәйкәл асылды
Районда диңгеҙселәргә һәйкәл асылды

Өс быуаттан ашыу хәрби флот көслө дәүләттең оборона ҡеүәте һәм символы булып, Ватаныбыҙҙың тыныслыҡ һағында тора. Рәсәй хәрби моряктары ҡаһарманлығы менән дан тота.

Аҡъяр ауылында Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты көнө уңайынан флотта хеҙмәт иткән яҡташтарға арналған иҫтәлекле һәйкәл асылды. Хәҙер ул район үҙәгенең Еңеү паркын биҙәй.

Төрлө йылдарҙа флотта ашығыс хеҙмәт үткән Хәйбуллалар һәйкәлде үҙ аҡсаһына ҡойған. Ул якорь һәм мәрмәр плитә рәүешендә эшләнгән, һәйкәлгә Рәсәй флотоводецы Павел Нахимовтың  «Моряктың ауыр йәки еңел юлы юҡ, юл тик бер генә – данлы» тигән һүҙҙәре уйып яҙылған.

Һәйкәлде асыу тантанаһында район ауылдарынан төрлө йылдарҙа диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндәр йыйылды. Был көндө байрамға ҡайһы бер диңгеҙселәр ғаиләләре менән бергә килгәйне. Ике моряктың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәгәс, яндарына барҙым. Баҡтиһәң, улар Аҡъяр ауылынан Хөсәйен Ҡоҙабаев һәм Фәнил Хәкимов икән. Улар 1969-1972 йылдарҙа Төньяҡ флотта, Видяев базаһында хеҙмәт итәләр.  Әйткәндәй, икеһе лә бер көндә хәрби комиссариатҡа барып, бер көндә хеҙмәт юлына алыналар.

Иҫтәлекле байрамды асып, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тәбрикләү һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе, шулай уҡ хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары – Фаил Бикбов, Айнур Ишемғолов, Айҙар Ибраһимов, Далха Рәшитов, Нияз Насибуллин, Басир Ҡоҙабаев, Вәзих Мәмбәтов, Илфат Ҡадаевҡа район хакимиәтенең Почет грамоталарын тапшырҙы.

Ҡунаҡтар ҙа һүҙ алып, Хәйбулла диңгеҙсе-ветерандарының киләсәктә лә шулай етәкселектең иғтибарында булып, хәрби дуҫлыҡты һаҡлап йәшәүҙәрен теләне.

Район диңгеҙ флоты ветерандары рәйесе Фаил Бикбов байрам менән тәбрикләп,  активистарҙы – Салауат Иҫәнтәев, Әмир Усманов, Роберт Самикаев, Илдар Самикаев, Андрей Горбунов, Рәил Рәхмәтовты Рәхмәт хаттары менән бүләкләне, шулай уҡ юбилей миҙалдарын тапшырҙы.

Артабан район йәмәғәт ойошмаларының координацион советы рәйесе Салауат Юлдашбаев, район сик һаҡсылары ойошмаһы рәйесе Айнур Баймөхәмәтов изге теләктәрен юлланы. Шулай үҙ ғүмерен хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүгә арнаған ветеран, 3-сө ранг капитаны Владимир Матушкиндың да сығышы әһәмиәтле булды.

Гүзәл Бохарбаева.

Комментарийҙар:

Фаил Бикбов, район диңгеҙ флоты ветерандары рәйесе:

–Йыл да районда Диңгеҙселәр көнө ойошторола. Беҙҙең маҡсат ошо ғәскәрҙә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштереү, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙыу. Әйткәндәй, беҙҙең Хәйбулла районы диңгеҙҙән алыҫ булһа ла, күптәре ошо ғәскәрҙә хеҙмәт иткән. Бөтәһе 500-ләп кеше. Быйыл, ниһайәт, һәйкәл асылды. Был уй күптән йөрөй ине. Егеттәр аҡсалата ла, ҡул көсө менән дә ярҙам итте. Уларға оло рәхмәтемде белдерәм.

Рәил Рәхмәтов, Яңы Ергән ауылы:

–Санкт-Петербург ҡалаһында уҡыным. Әлеге мәлдә капитан-лейтенант званиеһында Камчаткала хеҙмәт итәм. Контракт буйынса хеҙмәт итеүемә быйыл 10 йыл тула, тағы ла 2026 йылға тиклем килешеү төҙөнөм. Ғаиләм дә эргәлә. Бөгөн әһәмиәтле сара үтте – егеттәр менән бергәләп шундай матур һәйкәл астыҡ.

Миннәхмәт Рәсембәтов, Әҙел ауылы:

–1975-1978 йылдарҙа Төньяҡ флотта “Запорожье”      карабында моторист булып хеҙмәт иттем.     Икенсе статья старшина званиеһында ҡайттым. Диңгеҙселәр көнө йыл да ойошторола. Әммә быйыл ул бигерәк үҙенсәлекле булды – һәйкәл асылды. Барыбыҙ өсөн дә оло ҡыуаныс.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас