ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Июля 2021, 17:54

Хәйбулла районы водителе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен даими боҙған

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен инҡар итеү, тиҙлекте арттырыу һәм  юл билдәләре талаптарын боҙған өсөн водитель   административ яуаплылыҡ буйынса 224 ҡарар йыйған. Хәйбулла суд приставтары штрафтарҙы мәжбүри түләтеү һәм  автомобилсене машина менән идара итеүҙән тыйыу маҡсатында судҡа мөрәжәғәт иткән. Йәйәү йөрөргә теләмәгән водитель 130 мең һум штраф түләгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәйбулла районы водителе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен даими боҙғанХәйбулла районы водителе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен даими боҙған
Хәйбулла районы водителе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен даими боҙған

Башҡортостан буйынса УФССП мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Хәйбулла суд приставтары штрафтарҙы мәжбүри түләтеү һәм  автомобилсене машина менән идара итеүҙән тыйыу маҡсатында судҡа мөрәжәғәт иткән.

Йәйәү йөрөргә теләмәгән водитель 130 мең һум штраф түләгән. Һөҙөмтәлә ул транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғын ҡалдыра алған.

 

ИА «Башинформ»

Фото: Ксения Калинина

Автор:Марьям Имангулова