ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Июль 2021, 03:57

Скутер водителе һәләк булған

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә...

Скутер водителе һәләк булғанСкутер водителе һәләк булған
Скутер водителе һәләк булған

Республикала 82 йәшлек скутер водителе аварияла һәләк булған. Фажиғә Өфө районының Чесноковка ауылында теркәлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, өлкән йәштәге ир “Priboy” скутеры руле артында барғанда боролошта ҡаршыға килгән “Toyota Camry” автомобиле менән бәрелешә. “Һөҙөмтәлә водитель авария урынында йән биргән”, – тип хәбәр итә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре. Скутер водителенең танытмаһы булмауы асыҡланған. Фажиғәгә килтергән сәбәптәрҙе асыҡлау дауам итә.

Үткән тәүлектә республика юлдарында биш автомобиль аварияһы теркәлде. Унда бер кеше һәләк булды һәм ете пассажир йәрәхәттәр алды. Барығыҙға ла имен юлдар насип итһен. Водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүен, иғтибарлы булыуын, руль артына эскән килеш ултырмауҙарын теләйбеҙ.

 

 

 

Фото: ЮХХДИ.

Автор:Дина Арсланова
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас