ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Июль 2021, 10:01

Хәйбулла районында авария: 13 йәшлек үҫмер ҡазаланған

Аҡъяр урамында  балиғ булмаған бала ҡатнашлығында авария теркәлгән. “Нива Шевроле” автомашинаһы менән мопедта барған үҫмер төкөшә.

Хәйбулла районында авария: 13 йәшлек үҫмер ҡазаланғанХәйбулла районында авария: 13 йәшлек үҫмер ҡазаланған
Хәйбулла районында авария: 13 йәшлек үҫмер ҡазаланған

Урындағы дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, 13 йәшлек үҫмер “Альфа” мопеды менән идара итеп, “Нива Шевроле” машинаһына килеп төкөй.

Үҫмер тән йәрәхәттәре ала. Был осраҡ буйынса тикшереү эше алып барыла.

 

Башинформ

Фото: gibddkhaibullinskii, Instagram

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас