ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Июль 2021, 17:57

Ғаиләлә көтөп алынған берҙән-бер бала булған...

Рулдәге 17 йәшлек ҡыҙ һәләк булған. Ул күптән түгел мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнгән.

Ғаиләлә көтөп алынған берҙән-бер бала булған...Ғаиләлә көтөп алынған берҙән-бер бала булған...
Ғаиләлә көтөп алынған берҙән-бер бала булған...

Бынан бер нисә көн элек Өфө районының Сергеевка ауылында фажиғәле хәл теркәлде. Урамдарҙың береһендә төнгө икелә “Хендай Солярис” автомобиле юлдан ситкә осоп түңкәрелде.

Асыҡланыуынса, водитель машинаға идараны юғалта. Һөҙөмтә аяныслы: 17 йәшлек ҡыҙ урында йән бирә. Пассажирҙар, шулай уҡ 18-19 йәшлек ҡыҙҙар төрлө йәрәхәттәр алып дауаханаға оҙатыла.

Шуныһы, рулдәге 17 йәшлек ҡыҙ һәләк булған. Билдәле, уның водитель танытмаһы булмаған. Машина ла үҙенеке түгел. Әле был авария буйынса тикшереү дауам итә.

“Комсомольская правда” баҫмаһы ҡыҙҙың кемлеген асыҡлаған. Екатерина баш ҡаланың Дим биҫтәһендә йәшәгән. Ҡыҙ күптән түгел мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнгән. Бик яҡшы уҡыған, тырыш, аҡыллы ҡыҙ булған. Фажиғәле төндә уны тыуған көн мәжлесенә саҡырғандар. Күңел асҡан ҡыҙҙар төн уртаһында машинала йөрөп килергә булған. Сәғәтенә 120 километр тиҙлектә ҡыуғандар. Шуға күрә идараны юғалтҡандыр ҙа.

Дуҫтары һәм туғандары әйтеүенсә, Екатерина ғаиләлә берҙән-бер бала булған, уны ата-әсәһе бик көтөп алған, ҡәҙерләп үҫтергән. Екатерина бейеү менән шөғөлләнгән, ижади коллектив ағзаһы булған.

Йәш ҡыҙ ҙа, уның туғандары ла бик йәл. Юлдарҙа ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәһәк ине. Ошондай ауыр хәлдәр булмаһын, үҙебеҙҙе һәм бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ.

 

 

 

Фото: "Комсомольская правда". 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас