ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Июля 2021, 08:11

18 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө

Тағы ла дүртәүһе...

Добавить в предпочтительные источники Google
18 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө18 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө
18 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө

Өфө районы Сергеевка ауылында йәш ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән юл фажиғәһе теркәлгән.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Hyundai Solaris водителе идара итеү һәләтен юғалтҡан һәм канауға төшөп киткән.

Аварияла 2003 йылғы ҡыҙ һәләк булған, тағы ла дүртәүһе төрлө йәрәхәттәр алған.

Ваҡиға урынына Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, табиптар һәм полиция юлланған.

 

 

https://www.bashinform.ru/bash/1622676/ 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы