ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Июль 2021, 06:26

Кешеләр ҡош кеүек осмай шул...

Күмәс тауынан дельтапланеристар йыш оса. Әммә был юлы...

Кешеләр ҡош кеүек осмай шул...Кешеләр ҡош кеүек осмай шул...
Кешеләр ҡош кеүек осмай шул...

Кисә иртәнсәк Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылы күгендә фажиғәле хәл теркәлде. Ауылдан биш километр алыҫлыҡтағы Күмәс тауынан дельтапланеристар йыш оса. Был урын әлеге спорт төрө өсөн ҡулай: асыҡ ялан, ел йүнәлеше менән ылыҡтыра.

Тик кисә Екатеринбургтан килгән 50 йәшлек ир өсөн осоу һәләкәт менән тамамланды. Дельтапланерист бейеклектән ҡолай. “Ашығыс ярҙам” күрһәткән медиктар йәрәхәттәрҙең ауыр булыуын билдәләй. Ҡолап төшкәндән һуң бер килке ваҡыт үткәс, ир кеше табиптар ҡулында йән бирә.

Әлеге мәлдә ваҡиға урынында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре, район хакимиәте вкилдәре, медиктар эшләй. Фажиғәнең сәбәбе асыҡлана.

Осоуҙар бөгөнгә туҡтатылған.

 

 

Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-07-25/keshel-r-osh-ke-ek-osmay-shul-2430606
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас