

Кисә 25 июлдә республика юлдарында 11 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа 13 кеше йәрәхәт алған.
Төн уртаһы тирәһендә Мишкә районында Мишкә-Уръяҙы юлының 18-се саҡрымында 22 йәшлек егет "Mitsubishi Pajero" автомобиле менән идара иткәндә, йәйәүлеләр үткәүеле аша инвалид коляскаһында үтеп барған 41 йәшлек инвалид ирҙе бәрҙергән. Авария һөҙөмтәһендә ир төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға буйынса тикшереү эштәре бара.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан тәүлек эсендә 2000 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 53 иҫерек водитель тотолған.
фото:ЮХХДИ