

Кисә 24 июлдә республика юлдарында 7 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа 10 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Иртә менән Салауат районында Ишембай-Радио юлының 4-се саҡрымында 20 йәшлек егет "Lifan X60" автомобиле руле артында юлдың ситенә төшөп, түңкәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә 19 йәшлек пассажир төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, 20 йәшлек егеттең водитель таныҡлығы булмаған, шулай уҡ ул иҫерек булған. Авария буйынса тикшереү эштәре дауам итә.
Киске сәғәт 9-ҙа Мишкә районында Өфө-Бөрө-Яңауыл юлының 119-сы саҡрымында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 52 йәшлек ир "Geely Emgrant" автомобиле менән идара иткәндә юл ситенә төшөп түңкәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә водитель һәм уның өс пассажиры – 22 йәшлек егет, 15 һәм 17 йәшлек ҡыҙҙар дауаханаға оҙатылған. Фажиғә буйынса тикшереү эштәре бара.
Фото:ЮХХДИ.