

Кисә кискә ҡарай республикала дауыл ҡупты. Айырыуса үҙәк һәм көньяҡ-көнбайыш райондар зыян күрҙе. Көслө ел иҫте, йәшен йәшнәп ҡойма ямғырҙар яуҙы.
Ҙур фажиғә Стәрлетамаҡ районының Ҡунаҡбай ауылында теркәлде. Стәрле йылғаһы ярында йөрөгән 38 йәшлек ҡатынды йәшен һуҡҡан. Ул шул урында йән биргән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала бындай осраҡ икенсегә ҡабатлана. Үткән айҙа Ауырғазы районында 53 йәшлек ҡатын йәшен һуғыуҙан үлгәйне.
Тәбиғәт ғәрәсәттәренә килгәндә, ҙур зыян Ауырғазы, Стәрлебаш, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы райондарына килгән. Бында ел йорттарҙың ҡыйыҡтарын осороп алып киткән. Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылында урта мәктәптең ҡыйығы емерелгән. Өфөлә утыҙ самаһы мөрәжәғәт машиналарға ағас ҡолауға бәйле. Дауыл ҡупҡан ауылдарҙың күпселегендә электр сымдары өҙөлгән, әле уларҙы йүнәтәләр.
Йәшен өс янғынға ла сәбәпсе булған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡаланың Шаҡша биҫтәһендәге Йылға урамында йорт янған. Өфө районының Нуғай ауылында ла тораҡ йортҡа ут ҡапҡан. Өсөнсө янғын Иглин ауылында сыҡҡан, унда ике ҡатлы йорт янған. Өс осраҡта ла ут сәбәбе - йәшендә. Был янғындарҙа кешеләр зыян күрмәгән.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.