ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Июль 2021, 16:24

Водолаздар 13 йәшлек малайҙың кәүҙәһен һыуҙан сығарҙы

*

Водолаздар 13 йәшлек малайҙың кәүҙәһен һыуҙан сығарҙыВодолаздар 13 йәшлек малайҙың кәүҙәһен һыуҙан сығарҙы
Водолаздар 13 йәшлек малайҙың кәүҙәһен һыуҙан сығарҙы

22 июлдә көндөҙ Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Учалынан 13 йәшлек малайҙың Өргөн күлендә батып үлеүе тураһында хәбәр килгән. Был хәлдең шаһиттары әйтеүенсә, өс бала һыуҙа туп менән уйнап йөрөгән, һуңынан уның артынан йөҙөп киткән. Бер малайҙың ғүмере өҙөлгән. Уны ҡотҡара алмағандар.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, балалар һыу инеү тыйылған урында уйнаған. Был күлдә хәүеф тураһында иҫкәрткән махсус билдәләр ҙә ҡуйылған.

Учалы районы водолаздары ваҡиға урынына юлланған. Улар баланың кәүҙәһен табып, һыуҙан сығарған.

 

https://www.bashinform.ru/bash/1621883/ 

Фото: Ксения Калинина

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас