ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Июль 2021, 04:03

Бер юлы дүрт машина бәрелешкән

*

Бер юлы дүрт машина бәрелешкәнБер юлы дүрт машина бәрелешкән
Бер юлы дүрт машина бәрелешкән

Кисә баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһенең Маршал Жуков урамындағы 22-се йорт ҡаршыһында дүрт автомобиль бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә ике кеше зыян күргән.

Алдан фаразлауҙар буйынса, "14-се" моделдең 29 йәшлек водителе ҡаршыға елгән "Лада Ларгус" менән бәрелешкән, ә һуңғыһы "Hyundai Creta"ға һәм тик торған "НефАЗ"ға барып бәрелгән. Был турала республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Юл һәләкәтендә ватан автомобилдәренең водителдәре төрлө тән йәрәхәттәре алған, улар әле дауаханала. Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй, аварияға килтергән сәбәптәр тикшерелә.

Юлдарҙа һаҡ булайыҡ, тиҙлек режимын һаҡлайыҡ!

 

 

 

Фото: БР буйынса ЮХХДИ.

Автор:Аклима Гизатуллина
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас