

Бөгөн Әбйәлил районында балиғ булмағандар менән юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Авария 17:00 сәғәт тирәһендә Асҡар ауылында Шайморатов һәм Дәүләтов урамдары сатында була. Алдағы мәғлүмәттәр буйынса, “Киа Рио” автомобиле менән мопед бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә ике бала - 14 йәшлек мопед водителе һәм уның 12 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү эштәре бара.
Хөрмәтле ата-әсәләр, мопед, скутер менән баланы ҡыуандырыр алдынан уларҙың хәүефһеҙлеге тураһында ныҡлап уйлағыҙ!
фото:ЮХХДИ