

93-сө Янғын һағы, “АкваСервис” предприятиеһы, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” һәм “Башҡорт баҡыры” йәмғиәттәре, шәхси ойошмалар көсө менән янғын туҡтатылды.
Утты һүндереүгә 18 кеше һәм 11 берәмек техника: янғын һүндереү машиналары, бульдозер, һыу ташығыс техника, грейдер йәлеп ителде.
Хәҙерге ваҡытта полигонда утты һүндереү эше дауам итә. Полигонға тағы ла ауыр техника килеүе көтөлә. Уттың төптән яныуы эште ҡатмарлаштыра. Шуға күрә әле лә быҫҡып ятҡан урындарға һыу һибелә, тупраҡ менән ҡаплана.
Аҡъярҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигоны янып китеүе менән бәйле тикшереү эштәре алып барыла, янғын сәбәбе асыҡлана.