

Район ауылдарында һәр таксист, уның машинаһы күҙ уңында. Бигерәк тә ошондай хеҙмәт күрһәтеү юлы менән аҡса эшләгәндәр бер-береһен яҡшы белә. Был осраҡта ла икенсе таксист Дүртөйлө районының Күк ҡуян ауылы янындағы юлда таныш хеҙмәттәшенең машинаһын күреп ҡала. Тик руль артында билдәһеҙ кешеләр ултырған була. Таксист уларҙың туҡтауын һорап, сигнал биргәс, тегеләр тиҙлекте генә арттыра. Шофер полицияға шылтыратырға ашыға. Тиҙҙән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре автомобилдең эҙенә төшә, енәйәтселәр тотола.
Тикшереү версияһы буйынса, Күкҡуян ауылынан ике иҫерек ир таксистҡа һөжүм итеп, уның машинаһын, аҡсаһын тартып алырға булалар. Такси саҡыртып, водителгә юлда туҡтарға ҡушалар. Артабан таксисты туҡмап, артҡы ултырғысҡа һалалар. Әммә ул аңына килеп, ҡаршылыҡ күрһәтә башлағас, енәйәтселәр уны быуып үлтерә. Таксист үлер алдынан енәйәтсегә бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсеп өлгөрә. Енәйәтселәр ҡасырға маташа, әммә яралы машина менән идара итә алмай, металл бағанаға бәрелә. Авария урынында улар ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотола.
Енәйәтселәрҙең икеһе лә унан алда ла енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған.
ИА "Башинформ"
Фото: пресс-служба МВД по РБ | Видео: пресс-служба МВД по РБ