ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Июля 2021, 10:24

Тишек ялғыш янында

“Финико” финанс пирамидаһынан зыян күреүселәр нимә эшләр?

Добавить в предпочтительные источники Google
Тишек ялғыш янындаТишек ялғыш янында
Тишек ялғыш янында

“Финико” компанияһынан зыян күреүселәр хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә башлаған. 

Әлеге финанс компанияһы Рәсәйҙә юридик шәхес булараҡ теркәлмәгән, эшмәкәрлдек алып барыу өсөн лизенцияһы һәм махсус рөхсәте булмаған.

Бөгөнгө көндә районда ла ошо финанс пирамидаға үҙ аҡсаларын, хатта кредит алып, һалыусылар бихисап. Йәнә бер пирамида ишелде, тик бына зыян күреүселәргә ни эшләргә? Улар хәләл аҡсаларын кире ҡайтарып алдырмы? Һорау әлегә асыҡ килеш ҡала.

Автор:Марьям Имангулова