

Бөгөн 21 июлдә Дүртөйлө районында Мәскәү-Өфө трассаһының 1242-се саҡрымында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Алдағы мәғлүмәттәр буйынса, юлда "Toyota Corolla" һәм ҡаршыға килгән КамАЗ йөк машинаһы бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә, еңел автомобилдең 67 йәшлек водителе һәләк булған, ә уның 68 йәшлек ҡатыны дауаханға оҙатылған. Юл-транспорт фажиғәһе буйынса тикшереү эштәре дауам итә.
Фото:ЮХХДИ