

Белорет районында 17 йәшлек егет ВАЗ-2107 машинаһы менән идара итеп, күперҙең бетон төкәтмәһенә бәрелә.
Һөҙөмтәлә, 21 йәшлек пассажир ҡыҙыҡай урында уҡ һәләк була. Водитель һәм тағы ла бер егет ауыр тән йәрәхәттәре менән дауахана эләккән.
Билдәле булыуынса, руль артына ултырыусының водитель таныҡлығы булмаған. Уд быйыл март айында эскән һәм таныҡлығы булмаған килеш машина менән идара иткән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.
Фото: скрин видео