ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Июль 2021, 17:57

Тиҙлекте арттырып...

Аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Тиҙлекте арттырып...Тиҙлекте арттырып...
Тиҙлекте арттырып...

Бөгөн 20 июлдә Учалы районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында ике кеше һәләк булған. Авария киске 8-ҙә Учалы-Ҡолош автомобиль юлының 6-сы саҡрымында була.

 

Алдағы мәғлүмәттәр буйынса, 55 йәшлек ир ВАЗ-2107 автомобиле менән идара иткәндә хәүефһеҙ тиҙлек хәрәкәтен һайламаған һәм юл ситенә төшөп түңкәрелгән.

 

Авария һөҙөмтәһендә, водитель һәм пассажир ҡатын-ҡыҙ “тиҙ ярҙам” машинаһы килгәнгә тиклем вафат булғандар. Шулай уҡ йәнә бер пассажир дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт фажиғәһе буйынса тикшереү эштәре дауам итә.

 

 

 

фото:ЮХХДИ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас