

Бөгөн 20 июлдә төндә Белорет районының Тирлән ауылында Тирлән йылғаһы аша күперҙә, 17 йәшлек егет ВАЗ-2107 руле артына ултырып, күперҙең бетон ҡоймаһына бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә 21 йәшлек пассажир ҡыҙ ваҡиға урынында һәләк була. Водитель үҙе һәм уның 17 йәшлек пассажиры ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Мәғлүм булыуынса балиғ булмағандың водитель таныҡлығы булмаған.
Бынан тыш ағымдағы йылдың мартында ул транспорт менән идара итеүгә хоҡуғы булмайынса һәм эскән килеш автомобиль менән идара иткәнгә административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Юл-транспорт фажиғәһе буйынса тикшереү эштәре дауам итә.
Фото:ЮХХДИ