ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Июль 2021, 16:45

Бер тәүлектә 5 ир батып үлгән...

  

Бер тәүлектә 5 ир батып үлгән...Бер тәүлектә 5 ир батып үлгән...
Бер тәүлектә 5 ир батып үлгән...

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һыу ятҡылыҡтарында һәләк булғандарҙың ҡырҡа артыуына килтерҙе. Йыл башынан республика һыу ятҡылыҡтарынан 112 кешенең, шул иҫәптән 13 баланың кәүҙәһе сығарылған. Һуңғы тәүлектә 5 ир батып үлгән.

 

Статистика буйынса, республика һыу ятҡылыҡтарында һәләк булғандарҙың төп өлөшөн ҡарауһыҙ ҡалған балалар һәм иҫерек килеш һыу ингән өлкәндәр тәшкил итә.

 

Фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас