

"Россельхознадзор"ҙың дәүләт инспекторы Өфө районы Таптыҡ ауыл Советына ҡараған биләмәлә унлаған һарыҡ үләкһәһенә тап булған. Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, үлгән малдар ағас һыҙаттары аръяғында баҫыу буйында ятҡан.
"Идентификация билдәләре юҡ, хужалары әлегәсә асыҡланманы. Себер язваһына тикшереү өсөн үләкһәләрҙең биоматериалы пробаға алынды. Тикшереү һөҙөмтәһе сир юҡлығын күрһәтте", - тип асыҡлыҡ индерҙеләр "Россельхознадзор"ҙың төбәктәге идаралығы матбуғат хеҙмәтендә.
Һарыҡ үләкһәләре яндырылған, ә эргә-тирә биләмә дезинфекцияланған. Алдан фаразлауҙар буйынса, һарыҡтар юлда ябыҡ кузовта килгән ваҡытта баштарына эҫе ҡабыуҙан үлгән.
Ҡорбан байрамы алдынан халыҡты ветеринария буйынса бөтә талаптарҙы теүәл үтәү кәрәклеге тураһында иҫкәртәләр. Айырып әйткәндә, мал һуйғандан һуң ҡалған өлөштәрен юҡ итеү ҡағиҙәһен онотмаҫҡа - йәғни, улар йә яндырылырға, йә мал зыяратында күмелергә тейеш. Тәртипте боҙғандарҙы енәйәти һәм административ яза көтә.
Фото: bashinform.ru