

Бөгөн 19 июлдә Стәрлетамаҡ районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Авария киске сәғәт 8 тирәһендә Талаевка ауылы янында була.
Алдағы мәғлүмәттәр буйынса, юлда 33 йәшлек ир идара иткән “Лада Нива” һәм ҡаршыға килгән "Vento Riva 2" мопеды бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә мопедтың 13 йәшлек водителе ваҡиға урынында һәләк булған, ә уның 14 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. Фажиғә буйынса тикшереү эштәре бара.
фото:ЮХХДИ.