

Бөгөн киске алтыла Нефтекама ҡалаһының Комсомол проспектында 57 йәшлек ир Audi Q5 автомобиле менән идара иткәндә велосипедта йөрөгән 8 йәшлек малайҙы бәрҙергән.
Авария һөҙөмтәһендә бала дауаханаға эләккән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү эштәре бара.
Фото:ЮХХДИ