

ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, Шаран районында «Беларус» тракторының 53 йәшлек водителе һәләк булған.
Авария бөгөн 15 июлдә сәғәт 17 тирәһендә Шаран ауылы янындағы юлда теркәлгән.
Алдағы мәғлүмәттәр буйынса, 53 йәшлек ир трактор менән идара иткәндә, юл ситен төшөп түңкәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә тракторсы "тиҙ ярҙам" машинаһы килгәнгә тиклем ваҡиға урынында йәрәхәттәрҙән вафат булған. Тикшереү эштәре дауам итә.
фото:ЮХХДИ