

Сибай ҡалаһында булған ҡот осҡос хәл барыһын да шаңҡытты. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының Тәфтиш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Сибай ҡалаһындағы фатирҙарҙың береһендә янғын сыҡҡан. Торлаҡтан бысаҡ менән яраланған үҫмер ҡыҙ ҡотолоп сыға алған.
Яҡынса мәғлүәмтәтр буйынса, 17 йәшлек Настя (исемдәр үҙгәртелгән) 19 йәшлек Тимур менән интернетта таныша һәм оҙайлы ваҡыт яҙышалар. Фажиғә булыр көндә йәштәр осраша. Настя Тимур йәшәгән фатирға килә. Ниндәйҙер ваҡытта егет ҡыҙға бысаҡ менән ташлана, үҙе фатирға ут төртә. Янғынды урамда ултырған йәш пар күреп ҡала һәм ярҙамға ашыға, тейешле хеҙмәттәргә хәбәр итә. Ишекте ҡанға мансылған ҡыҙ аса һәм шунда уҡ иҫен юғалта. Фажиғәнең сәбәптәрен тулыһынса асыҡлау өсөн әле тикшереү бара.
Урынға килгән янғын һүндереүселәр утты һүндерә алған. Егет ваҡиға урынында йән биргән. Ҡыҙҙы ашығыс рәүештә реанимацияға оҙатҡандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар күпме генә тырышһа ла Настяның ғүмерен һаҡлап ҡала алмай. Ул дауаханала вафат булған.
Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, һөжүм иткән егет антидепрессанттар ҡабул итеп йөрөгән. Уның ваҡыты-ваҡыты менән өйәнәктәре булған, хатта әсәһен дә өйгә индермәгән саҡтары осраған. Егет психиатр күҙәтеүендә торған, һуңғы тапҡыр табипҡа фажиғәгә тиклем ике аҙна алдан барған була.
Нисек кенә булмаһын, йәшәп тә өлгөрмәгән ике йәш кешенең ғүмере фажиғәле өҙөлгән. Тикшереү комитеты хәлде тулыһынса асыҡлар, әммә өҙөлгән ғүмерҙәр генә кире ҡайтмаҫ шул...
Фото: "Башинформ"