ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
24 Сентября , 04:21

Янғын шаһиттары: "Ишекте бикләй ҙә биҙрә тотоп һыу артынан йүгерә..."

 Стәрлетамаҡта сауҙа үҙәгендә ҡурҡыныс янғын булғайны. Дүрт кеше һәләк булған, дүрт кеше дауаханаға оҙатылған, бер кеше үҙе табиптарға мөрәжәғәт иткән. Бындай фажиғәгә кем ғәйепле?.. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Янғын шаһиттары: "Ишекте бикләй ҙә биҙрә тотоп һыу артынан йүгерә..."Янғын шаһиттары: "Ишекте бикләй ҙә биҙрә тотоп һыу артынан йүгерә..."
Янғын шаһиттары: "Ишекте бикләй ҙә биҙрә тотоп һыу артынан йүгерә..."

Стәрлетамаҡтағы "Ҡояшлы" сауҙа-сервис үҙәгендә икенсе ҡатта янғын сығып, бик ауыр фажиғәгә килтерҙе. Һәләк булыусылар - дүрт ҡатын-ҡыҙ, шулай уҡ ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылыусылар бар.

Тәфтишселәр ут сығыу сәбәбен асыҡлай. Ғәҙәтән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, алдан күҙаллауҙар буйынса, янғын сәбәбе электр үткәргесендә ҡыҫҡа замыкание булыуҙа.

Ә шаһиттар янғындың нисек башланыуын былай һөйләй: икенсе ҡаттағы бер бүлектәге ҡатын сәй ҡайнатырға ҡуя һәм урынынан сығып китә. Кире әйләнеп килгәс, бүлекте ут ялмап алғанын күрә. "Күрше бүлектәрҙәге кешеләрҙе иҫкәртеү һәм эвакуация ойоштороу урынына, ул ишекте ябып, утты һүндереү маҡсатында биҙрә менән һыу артынан йүгерә", – тип һөйләй кешеләр. Бынан һуң ялҡын көсәйеп, тиҙ арала бөтә бина буйлап тарала.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары бөтә был фараздарҙы ентекләп тикшерә. Сауҙа-сервис үҙәгенең хужаһынан һорау алына. Урында тикшереү эше дауам итә.

 

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
 
Автор: