ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
10 Сентябрь , 04:44

Автобус ҡатынды тапатҡан

Уға бары 46 йәш булған...

Добавить в предпочтительные источники Google
Автобус ҡатынды тапатҡанАвтобус ҡатынды тапатҡан
Автобус ҡатынды тапатҡан

Бөгөн иртән Өфө – Иглин - Ҡыҙылъяр юлында 67 йәшлек автобус водителе көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүеле аша сығып барған ҡатынды бәрҙергән.

46 йәшлек йәйәүле алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе ваҡиға урынында вафат булған.

Урында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Авария шарттары асыҡлана.

Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, бер ваҡытта ла ашыҡмағыҙ. Йәйәүлеләргә иһә юл аша сыҡҡанда тәүҙә автомобилдәрҙең туҡтағанына инанырға кәрәк, шунан һуң ғына хәрәкәтте дауам итергә мөмкин.

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина.
 
 
Автор: