ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
4 Сентября , 16:52

Үҫмерҙәр – кибермутлашыусылар ҡорбаны

Үҫмерҙәр енәйәтселеге – 9, киберҡорбандар 36 процентҡа артҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҫмерҙәр – кибермутлашыусылар ҡорбаныҮҫмерҙәр – кибермутлашыусылар ҡорбаны
Үҫмерҙәр – кибермутлашыусылар ҡорбаны

2026 йылдың беренсе яртыһында енәйәт ҡылған үҫмерҙәр һаны 9 процентҡа артып, 11,4 меңгә еткән, ә ойошторолған төркөмдәр һәм енәйәт берекмәләре составына ингән бәлиғ булмағандар һаны 78 проценттан ашыуға күбәйгән. Бындай һандарҙы Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова мәктәп уҡыусылары өсөн киберхәүефһеҙлек буйынса видеодәрестә әйтте.

Кибер енәйәттәрҙән зыян күргән балалар һаны ла 36 процентҡа тиерлек артҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында Башҡортостан үҫмерҙәре лә бар. Яңы ғына Стәрлетамаҡта йәшәүсе 16 йәшлек мәктәп ҡыҙы алдаҡсыларҙың ҡорбаны булды. Енәйәтселәр уға сәскә заказына, имеш, ташлама барлығы тураһында хәбәр итеп, һылтанма буйынса күсергә тәҡдим иткән. Артабан ялған полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙан әсәһенең банк картаһы реквизиттарын, СМС-хәбәрҙәрҙән кодтарҙы алдап алған, шунан уның иҫәбенән 140 мең һум аҡсаны сығарған.

Мария Львова-Белова билдәләүенсә, интернетта бәлиғ булмағандар алдаҡсылыҡҡа ғына түгел, ә еңел табыш вәғәҙе аҫтында енәйәт схемаларына йәлеп итеүгә, һанлы золомға, шулай уҡ үҫмерҙәрҙе хәүефле ғәмәлдәргә этәреүсе ҡурҡыныс челлендждарға дусар булыуы ихтимал. Яуыздар ышаныусанлыҡтан, тиҙ аҡса эшләү теләгенән һәм яҡындары өсөн ҡурҡыуҙан файҙаланып манипуляциялай.

Балаларҙы яҡлау өсөн мөмкин тиклем иртә асыҡ, намыҫлы һәм аңлайышлы әңгәмә башлау бик мөһим. Улар менән хәүефтәрҙе асыҡтан-асыҡ тикшерегеҙ, ни өсөн паролдәрҙе, СМС-кодтарҙы йәки башҡа шәхси мәғлүмәттәрҙе тапшырырға ярамауын аңлатығыҙ. Ҡурҡыныс билдәләре булған осраҡта бала аралашыуҙы туҡтатырға һәм ата-әсәһенә йәки ышаныслы ололарға мөрәжәғәт итергә тейеш. Балалар ҡатмарлы хәлдә уларҙы ғәйепләмәйәсәктәрен, киреһенсә, хуплаясаҡтарын белергә тейеш.

Текст авторы — Морат Яушев.

Фото: нейроселтәр ярҙамында булдырылды.

Автор:Илмир Ҡотлогилдин 
 
 
Автор: