ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
26 Августа , 16:24

Хәйбуллала иң юғары класлы янғын хәүефе һаҡлана

Ә күрше районда 8 гектарҙан ашыу майҙанда урман янған

Хәйбуллала иң юғары класлы янғын хәүефе һаҡланаХәйбуллала иң юғары класлы янғын хәүефе һаҡлана
Хәйбуллала иң юғары класлы янғын хәүефе һаҡлана

Ейәнсура урмансылығында 5,7 гектар майҙанда урман янғыны һүндерелгән. Был турала Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы хәбәр итте.

Янғынды һүндереүҙә 34 кеше һәм туғыҙ берәмек техника ҡатнаша. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, тораҡ пункттарға һәм иҡтисад объекттарына зыян килмәгән. Әйткәндәй, быға тиклем Ейәнсура районында тәүлек эсендә ике урман янғыны теркәлгәйне. Беренсе осраҡта 0,5 гектар урман янһа, икенсе осраҡта ут 2,5 гектарға таралған.

Хәйбулла  районында ла үтә эҫе һәм көйҙөргөс елле һауа торошо тора. Районда күптән инде иң юғары класлы янғын хәүефе янай. Сиҙәм, Бүребай, Ивановка, Аҡъяр ауыл биләмәләрендә ҡоро үлән яныу осраҡтары теркәлгән. Быларҙың барыһы ла кешелек факторы йоғонтоһо бар. Ут менән һаҡһыҙ эш итеүҙең аяныслы ваҡиғаларға килтереүен онотмайыҡ.

 

ФОТО: ГОСКОМИТЕТ РБ ПО ЧС 

Хәйбуллала иң юғары класлы янғын хәүефе һаҡлана
Хәйбуллала иң юғары класлы янғын хәүефе һаҡлана
Хәйбуллала иң юғары класлы янғын хәүефе һаҡлана
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас