ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
11 Августа , 18:05

Күрәҙәсене “байытҡан”

Күрәҙәсе  яңынан аҡса күсермәйенсә, унан алдағы сихырҙың көсөн юғалтыуын белдереп, ҡатынды тағы ла аҡса күсерергә күндерә. Һөҙөмтәлә ҡатын 900 мең һум тирәһе аҡса күсерә...

Күрәҙәсене “байытҡан”Күрәҙәсене “байытҡан”
Күрәҙәсене “байытҡан”

Өфө ҡалаһында йәшәгән 39 йәшлек ҡатын ауыр хәлгә тарығандарға йәки проблемалары булғандарға сихыр менән ярҙам күрһәтеү тураһында иғлан күреп ҡала  һәм Ольга исемле ҡыҙ менән бәйләнешкә инә.

Тәүҙә “фото буйынса диагностика” өсөн аҡса түләй. Аҙаҡ ҡурҡыныс диагноз тураһында хәбәр алғандан һуң “ҡатмарлы ритуалдар” үткәреү буйынса тәҡдимдәр ала. Күрәҙәсе-сихырсы яңынан аҡса күсермәйенсә, унан алдағы йолаларҙың көсөн юғалтыуын белдереп, ҡатынды  тағы ла аҡса күсерергә күндерә. Һөҙөмтәлә ҡатын 900 мең һум тирәһе аҡса күсерә. Ошоно ғына көтөп алған мут күрәҙәсе юҡҡа сыға, бәйләнеш өҙөлә. Мутлыҡ факты буйынса енәйәт эше асылған.

Фото: “Өфө-Яңылыҡтар” чатынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Дина Арсланова.
 
 
Автор:
Читайте нас