ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
28 Июль , 04:27

Биш бала әсәһен һәләк иткән

Ҡатын һәләк булғас, уның үлеменә сәбәпсе ҡасып киткән. Әммә күп тә үтмәй тотолған. Ул да... ҡатын булып сыҡҡан.

Биш бала әсәһен һәләк иткәнБиш бала әсәһен һәләк иткән
Биш бала әсәһен һәләк иткән

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 26 июлдә иртәнсәк Иглин районының Оло Теләк ауылында автомобиль йәйәүлене бәрҙергән. Алған йәрәхәттәрҙән 38 йәшлек ҡатын урында уҡ һәләк була. Водитель юл фажиғәһе урынын ташлап ҡасҡан.

Оператив-эҙләү саралары барышында “Хендай Соната” автомобиле күрше ауылда Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан табыла. Водителдең шәхесе лә асыҡланған, ул 37 йәшлек урындағы ҡатын булып сыҡҡан. Тикшереүҙәр уның тынында 0,649 мг/л алкоголь булыуын күрһәтә.

Шул көндө үк ҡатынды ҡулға алғандар, тикшереү саралары үткәрелә. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.

Мәғлүм булыуынса, һәләк булған ҡатындың биш балаһы булған.

 

Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһынан.

Автор:Рәмилә Мусина.

 

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2026-07-27/bish-bala-s-en-l-k-itk-n-4764100

 

Биш бала әсәһен һәләк иткән
Биш бала әсәһен һәләк иткән
Автор:
Читайте нас